1)️ҺАУМЫ,ҠЫШ БАБАЙ!️☃️
Кисә көнө буйы яуҙы,
Әле һаман туҡтамай .
Йылы юрған ябып ҡуйҙы
Ер өҫтөнә Ҡыш бабай!
Ел дә иҫә талғын ғына.
Көн сығышы яғынан.
Бар Тәбиғәт ап-аҡ тунға
Төрөндө өр яңынан...
Тын алырға һауа иркен,
Көрәк шәп, ҡулдар талмай.
Хәйерле сәғәттә килһен
Көтөп алған Ҡыш бабай! 🤲🏻
2) ❄️ДЕКАБРЬ ☃️🌞
Декабрьҙең тәүге көнө -
Аҡ ҡар яуа иртәләп.
Мамыҡтай һәр ҡар бөртөгө,
Битте һыйпай иркәләп. 🌧️
Мине күреп малҡайҙарым
Сәләмләйҙәр йыраҡтан.
Ҡапыл таный ҙа алмайым,
Тун кейгәндәр ап - аҡтан... 🌧️
∆ 26.12.2022
3) ❄️БЕҘҘӘ БУРАН🌀🌲
Ҡар бабайҙар әүәләргә
Бик уңайлы көн бөгөн.
Өйҙә ятма дуҫым, әйҙә,
Өҫтөңә йылы кейен...
Көньяҡтан иҫә ел, шуға
Көнө лә һалҡын түгел.
Тауға саңғыла шыуырға
Дәртләндерһә лә күңел:
Тик көсәйеп еле генә
Көрт тултырған юлыма.
Был ҡарҙы ни хәл көрәргә?
Үәт эш ике ҡулыма... 😁
∆ 2.01.2023
4)🌞ҠЫШҠЫ ҺАЛҠЫН☃
Аяҙытһа - һалҡынайта,
Буран сыҡһа ла ҡыйын:
Ҡыш етеп ергә ҡар ятһа,
Шул бер үк хәл йыл һайын.
Дүрт миҙгел дә өсөшәр ай
Һуҙыла беҙҙең яҡта.
Ҡышҡы һалҡындар аямай,
Иллегә етә хатта...
Түбән төшкәйне утыҙҙан
Термометр һыҙығы,
Өйгә инеп сараһыҙҙан
Ҡасты Йәшәү "ҡыҙығы"...🤫☺
∆ 09.01.2023
5)❄️ҠАРҘАҒЫ ЭҘҘӘР🌞.
Ҡайтып киләм эш бөтөрөп
Төшкө ашҡа өйөмә.
Ҡояш апай сәләм биреп
Нурын бөркә йөҙөмә.
Ҡыш бабайҙың һалҡын еле
Төшкә табан йомшарҙы.
Югерәм, түгел, еләмен
Шығырҙатып аҡ ҡарҙы.
Ҡояш әйтә: Ҡабаланма,
-Тайма берүк, туҡтап тор!
- Юууҡ, тим, итек табанына
Йәбештерҙем пыластыр.
Итектәрҙең һырлы эҙе
Тороп ҡала аҡ ҡарҙа.
Көндә шулай югерәмен
Аяҡтарҙа көс барҙа.
Һалҡын ҡыштан һуң яҙ етер,
Ҡарҙар иреп ағырҙар.
Яйлап ғүмер үтеп китер,
Эҙҙәр генә ҡалырҙар...
∆ 13.12.2023
Абай улы
(Рәфис Абайдулла)


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев