(Юмор)
Үтеп барған дракон йылы,
Әбекәйҙе шаяртты.
"Әйҙә танышайыҡ" тип
Бер бабай шылтыратты.
Эт Саба тип, Бет саба Тей,
Әбей булды күнергә.
Ниндәйерәк кеше тейеп,
Булды барып күрергә
Күрештеләр, һөйләштеләр,
Бер сибек кенә бабай.
Оломын да тейеп тормай,
Әбей эҙләй бит ҡалай.
Бабай әбейгә ҡараны,
Ҡурҡа төштө, ҡойолдо.
Әбей түгел, инәй эҙләгән,
Бер малайҙай тойолдо.
Һөйләште лә ҡайтып китте,
Тыныслығын юғалтты.
Төрлөһөн уйлап ҡараны,
Йоко алмайса ятты.
Нисек итеп , өйҙө ташлап,
Сит ауылға китәһе?!
Ейәндәрҙе һирәк-мирәк
Күреү уға етәме?
Берәй ергә барыр булһа,
Рөхсәт һорарға кәрәк.
Һау башына тимер таяҡ,
Үҙ тормошы түңәрәк.
Иртән торҙо ла әбейең,
Телефон шылтыратты.
Ғәфү ИТ, бармайым тейеп,
Бабайҙы аптыратты.
Әлдә юҡ тип әйтә алды,
Үҙе шуға ҡыуады.
Плендән ҡасҡан кеүек булып,
Ҡотолдым тип йыуанды.
Ныҡлы була яңғыҙ әбей,
Бабайҙы йәл ҡалайҙа.
Әбейҙәренән ҡалмайса,
Йәшәһендәр бабайҙар!.
Яңы йыл менән дуҫтар!
Роза Нуретдинова.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев