Башҡортостанда бер туғандарға атай-әсәй эҙләйҙәр. Балаларҙың характерҙары төрлө булһа ла, уларҙы яратҡан ғаиләлә бергә йәшәү хыялы берләштерә.
Лилиана, 16 йәш – тыныс, яуаплы, тиҙ арала яңы шарттарға яраҡлаша.
Азалия, 13 йәш — туғандары өсөн борсола, рәсем төшөрөргә, гитарала уйнарға ярата.
Вилдан, 11 йәш — изге күңелле, ҡыҙыҡһыныусан, уҡырға ярата һәм компьютерҙар менән ҡыҙыҡһына.
Данис, 9 йәш — әүҙем, яғымлы, туғандарына, бигерәк тә игеҙәк туғаны Денисҡа ҡарата иғтибарлы.
Денис, 9 йәш — тыныс, бер аҙ оялсан, әммә иғтибарлы малай. Уҡырға, рәсем төшөрөргә, биҙәү эштәре менән шөғөлләнергә һәм шашка уйнарға ярата.
Эльвина, 6 йәш — баҫалҡы, наҙлы, бейергә, рәсем төшөрөргә ярата. Оло апай-ағайҙарына ныҡ эйәләшкән.
☎️ 8 (347) 218 03 62.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев