Предыдущая публикация
Башҡортостан мәктәптәренең 5–11-се синыф уҡыусылары “Минең геройым кем?” тигән Бөтә Рәсәй инша конкурсында ҡатнаша ала. Эштәр 2025 йылдың 30 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Конкурсҡа үҙеңдең геройың тураһында ижади яҙмаңды тәҡдим итәһең. Иншала уның менән таныштырыу, ҡыҫҡаса тормош юлын һөйләү, яҙмаңа шулай уҡ геройыңдың график портретын беркетеү кәрәк була.
Иң яҡшы эштәр «Правильные тетрадки» тематик серияһының тышлыҡтарында урын аласаҡ.
Еңеүселәрҙе ҡотлау 2026 йылдың мартында Рәсәй Мәғариф министрлығында үтәсәк.
Ентеклерәк танышыр өсөн конкурстың сайтына правильныететрадки.рф үтегеҙ.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев